Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Июнь 2023, 14:00

Ике бала тәҙрәнән һикергән...

Ҡыҙҙар уттан ҡотолған да ул, тик...  

Ике бала тәҙрәнән һикергән...
Ике бала тәҙрәнән һикергән...

Бөгөн иртә менән Нефтекама ҡалаһы янындағы Энергетик ҡасабаһында янғын сыға. Бында баҡса йорто янып китә. Урынға шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә. Янғын һүндереүселәр мансардалы 5х8 метр үлсәмле йорттоң яныуын асыҡлай. Улар 20 минут эсендә утты еңеп сыға.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр бар. 11 һәм 12 йәшлек ике ҡыҙ уттан ҡотолор өсөн йорттоң икенсе ҡатынан тәҙрә аша һикерә. Улар янғындан ҡотола, тик йәрәхәттәр ала, яҡынса күҙаллауҙар буйынса уларҙың аяғы һынған. Әле балалар Нефтекама ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында. Шулай уҡ 1983 йылғы ир ҙә йәрәхәттәр ала, уның ҡулдары һәм аяҡтары бешкән.

Әлеге ваҡытта был янғындың сәбәптәре асыҡлана, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе тикшереү эшен башлаған.

Башҡортостанда әле һаман ҡоро көндәр тора. Тимәк, янғын хәүефе ҙур. Ҙур бәләгә юл ҡуймаҫ өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: МЧС. 

Ике бала тәҙрәнән һикергән...
Ике бала тәҙрәнән һикергән...
Ике бала тәҙрәнән һикергән...
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: