Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Июнь 2023, 10:00

Дуҫын ҡотҡарам тип ... үҙе лә батҡан

Фажиғәле хәл Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында теркәлгән

Дуҫын ҡотҡарам тип ... үҙе лә батҡан
Дуҫын ҡотҡарам тип ... үҙе лә батҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында фажиғәле хәл булған. Дүрт дуҫ йылға буйында спиртлы эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡорған. Уларҙың береһе, был урында һыу инеү тыйылыуға ҡарамаҫтан (һыу инеү өсөн яраҡһыҙ, тейешле иғлан ҡуйылған), йылғала йөҙөргә ҡарар итә. Ул бата башлағас, уға ярҙамға дуҫы ашыҡҡан. Әммә ул дуҫын ҡотҡара алмай, һөҙөмтәлә икеһе лә батып үлә. Һәләк булыусыларҙың икеһе лә 1960 йылғылар. Яр буйында ҡалғандар ҡотҡарыусыларҙы саҡыра, водолаздар батып үлгәндәрҙең кәүҙәләрен яр буйына сығара. 

Көндәр йылыныу менән һыуға инеүселәрҙең һаны арта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы йәй ныҡлап аяҡ баҫып та өлгөрмәне һыуҙа батып үлеүселәр күп. 

Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: спиртлы эсемлектәр эсеп һыуға инмәгеҙ, тыйылған урындарҙа бөтөнләй ярға яҡын бармағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: