Хәүефһеҙлек
8 Июня 2023, 15:00

Эсмәгеҙ "Мистер Сидр"ҙы!

Алкоголле продукция һатып алғанда уяу булырға һәм «Мистер сидр» һатыу осраҡтарын күргәндә түбәндәге телефон буйынса хәбәр итергә саҡырабыҙ.

Эсмәгеҙ "Мистер Сидр"ҙы!Эсмәгеҙ "Мистер Сидр"ҙы!
Эсмәгеҙ "Мистер Сидр"ҙы!

Билдәле булыуынса, илдә "Мистер Сидр" продукцияһын ҡулланып, үлем осраҡтары күбәйгән. Ошо хәлдән һуң республикала ла был эсемлекте һатыу-һатмау тикшерелде.

«КРОНШТАДТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы күмәртә келәтен тикшереү барышында Роспотребнадзор идаралығы хеҙмәткәрҙәре 30-ар литрлыҡ «Һыра продукцияһы - «Мистер Сидр» алкоголле продукцияһының 88 кегын тапҡан. Идаралыҡ 2640 литрлыҡ продукцияны һатыуҙы туҡтатҡан.

Лаборатор һынауҙар үткәреү өсөн метил спирты һәм металл тоҙҙары булыу-булмауға эсемлек өлгөләре алынған.

 “Беҙ граждандарҙы алкоголле продукция һатып алғанда уяу булырға һәм тиҙ арала «Мистер сидр» һатыу осраҡтары тураһында хәбәр итергә саҡырабыҙ. Телефон: 8(347)229-90-76”.

Фото: БР Роспотребнадзор идаралығы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас