Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Июнь 2023, 16:00

Сабый әсәйһеҙ ҡалды...

Бер машина икенсеһен уҙырға була, тик алда барған водитель тиҙлекте арттыра

Сабый әсәйһеҙ ҡалды...
Сабый әсәйһеҙ ҡалды...

Уҙған аҙна һуңында Учалы районында булған авария тураһында яҙғайныҡ инде. Унда ике кеше һәләк булды, өс кеше, шул иҫәптән биш йәшлек бала ауыр йәрәхәттәр алды.

Авария урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә саҡырыла. Улар трассала Kia Sportage менән Hyundai Tucson машиналарының маңлайға маңлай бәрелеүен асыҡлай. Kia Sportage машинаһынан 32 йәшлек пассажир ҡатын, икенсе машинанан 60 йәшлек пассажир ҡатын урында һәләк була. “КП-Өфө” баҫмаһы журналистары йәш ҡатындың кемлеген асыҡлаған. Ул Айгөл С. исемле йәш әсә булып сыҡҡан. Рулдә уның ире, ә арттарында биш йәшлек улдары ултырған. Бәрелеш ваҡытында һуғылыу тап Айгөл ултырған ергә тура килгән һәм уға иҫән ҡалыу өсөн бер мөмкинлек тә булмаған.

Айгөлдөң ире менән улын Белорет район дауаханаһына оҙатҡандар. Ир ауыр йәрәхәттәр алған, реанимацияға урынлаштырылған, ә улдары айырыуса еңел ҡотолған.

Авария сәбәптәренә килгәндә, әле хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү алып бара. Ә шаһиттар әйтеүенсә, бер водитель уҙып китәм тип ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, ә алдағы машина уға юл бирмәгән һәм тиҙлеген арттырған. Был саҡта инде ҡаршынан машина килеп сыҡҡан һәм бәрелеш...

Кемдеңдер мин-минлеге арҡаһында, бәләкәй бала әсәйһеҙ ҡалды. Икенсе машинала һәләк булған ғаиләлә лә ҙур фажиғә... Юл ҡағиҙәләрен боҙмай ғына йөрөһәк ине. Һәр кемде өйҙә яҡындары көтә бит.

Фото: "КП-Өфө". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: