Хәүефһеҙлек
8 Июнь 2023, 15:40

Техника төҙөк булырға тейеш

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы техник тикшереүҙе ойоштороу буйынса семинар-кәңәшмә үтте

Техника төҙөк булырға тейешТехника төҙөк булырға тейеш
Техника төҙөк булырға тейеш

Өфөлә “РН-Транспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы базаһында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы техник тикшереүҙе ойоштороу буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, “РН-Транспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө ҡалаһындағы филиалы, “РН-Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө филиалы, “РН-Быраулау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө филиалы, “Башнефть-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашты.

Семинар-кәңәшмә ике өлөштән торҙо. Практик өлөшөндә фронталь тейәүсе миҫалында техник тикшереү үткәреү тәртибе күрһәтелде. Мәҫәлән, машинаның техник өлөшөн баһалағанда экологик хәүефһеҙлекте, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тормоз системаһының һәм руль идаралығының төҙөклөгөн, тәгәрмәстәрҙең һәм шулай уҡ яҡтылыҡ сигнализацияһы приборҙарының торошон тәьмин иткән параметрҙарға айырыуса иғтибар бүленде.

Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, үҙенең сығышында дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, төрлө эштәр башҡарғанда, тик төҙөк машиналар ғына файҙаланылырға тейеш, улар кешеләрҙең ғүмеренә, һаулығына, экологик хәүефһеҙлеккә һәм мөлкәткә хәүеф тыуҙырмаясаҡ, тип белдерҙе. Үҙйөрөшлө машиналарҙы техник яҡтан төҙөк хәлдә тотоу бурысы уларҙың хужаларына йөкмәтелә.

Фото: Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы.   

Техника төҙөк булырға тейеш
Техника төҙөк булырға тейеш
Техника төҙөк булырға тейеш
Техника төҙөк булырға тейеш
Техника төҙөк булырға тейеш
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас