Хәүефһеҙлек
9 Июнь 2023, 17:00

Өфө өҫтөндә - ҡара һөрөм

Ҙур янғын урынында 18 махсус техника эшләй.

Өфө өҫтөндә - ҡара һөрөмӨфө өҫтөндә - ҡара һөрөм
Өфө өҫтөндә - ҡара һөрөм

Кис етеү менән социаль селтәрҙәрҙә Өфөләге ҙур янғындың видеоһы таралды. Баш ҡала өҫтөндә ғәйәт ҙур төтөн күтәрелде. Янғын Өфө тимер юл вокзалында  тоҡана.

Яғыулыҡ-майлау материалдары һаҡланған келәт янып китә. Ут 500 квадрат метр майҙанда ҡотора. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына тиҙ килеп еткән, әлеге мәлдә бында 18 махсус машина эшләй. Утты хатта Ағиҙелдән һыу ебәреп торған катер ярҙамында ла һүндерәләр. Янғынға өсөнсө категория ауырлыҡ бирелгән. Белгестәр хәбәр итеүенсә, уттың шәхси йорттарға күсеү ихтималлығы юҡ. Ваҡиға барышында бер кеше ҡазаланған. Уны ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар.
Ваҡиға урынына шунда уҡ Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев килгән.
Куйбышев тимер юлдары матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға поездарҙың йөрөүенә йоғонто яһамай, улар билдәләнгән ваҡытта ҡуҙғала. Өҙөклөктәр юҡ.

Янғынды һүндереү буйынса бөтә саралар күрелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Фотолар Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.

Өфө өҫтөндә - ҡара һөрөм
Өфө өҫтөндә - ҡара һөрөм
Өфө өҫтөндә - ҡара һөрөм
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас