Хәүефһеҙлек
9 Июнь 2023, 04:00

Рәсәй кешеһен Мысырҙа акула ашаған...

Ҡот осҡос хәл кисә Мысырҙың Хургада ҡала-курортында булған.

Рәсәй кешеһен Мысырҙа акула ашаған...Рәсәй кешеһен Мысырҙа акула ашаған...
Рәсәй кешеһен Мысырҙа акула ашаған...

Рәсәй гражданы - 23 йәшлек егет Мысырҙа Хургада ҡалаһындағы Ҡыҙыл диңгеҙҙә акула һөжүменән һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ кисә, 8 июндә, Хургадалағы Dream Beach пляжы районында теркәлгән. Был хәбәрҙе Рәсәй генераль консуллығы раҫлаған.

Генконсул Виктор Воропаев белдереүенсә, диңгеҙҙәге ғәҙәттән тыш хәл 15.00 тирәһендә булған. Һәләк  булған рәсәйле - Архангельск өлкәһендә тыуып үҫкән, Мысырға йәшәргә күсеп килгән Владимир П. Dream Beach пляжы -  Хургадала иң популяр пляждарҙың береһе, ул ҡала-курорт үҙәгендә урынлашҡан. Тиҫтәләгән ял итеүселәрҙең күҙ алдында акуланың һыу ингән йәш ир-егеткә ташланыуы ярҙан бер нисә метр самаһы алыҫлыҡта булған.

Был хәл ялдарын Мысырҙа, Ҡыҙыл диңгеҙ буйында үткәрергә теләүселәргә бер аҙ уйланырға сәбәп булғандыр. Ялға барып, күңелһеҙ ваҡиғаларға осрарға тура килмәһен... 

Фото: Видеонан скриншот.

Сығанаҡ: dp.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас