

Туймазы районында "Япрыҡ” нефть йыйыу пунктында янғын сыҡҡан.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығына янғын тураһында мөрәжәғәт 16.25 сәғәттә килә.
Идаралыҡ етәксеһе Марат Латиповтың ҡушыуы буйынса уның урынбаҫары, янғын һүндереүселәр урынға йүнәлгән. Йәмғеһе янғын һүндереүгә 11 техника һәм 28 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Әлеге мәлгә янғын һүндерелгән.
Әлеге ваҡытта ут сығып китеүҙең сәбәбен дә асыҡлайҙар, янғындың сәбәбе йәшен булыуы ихтимал.
Мәғлүмәттәр буйынса, ҡаза күреүселәр юҡ.