

Бөгөн көндөҙ Ишембай районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Ул райондың Уразбай менән Этҡол ауылы араһында була.
"Део Нексия" машинаһы водителе автомобиленә идараны юғалта һәм юлдан осоп бағанаға барып бәрелә. Урынға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты (Һайран ауылының янғын хеҙмәте) хеҙмәткәрҙәре, ашығыс ярҙам табиптары һәм ЮХХДИ инспекторҙары килә.
Авария һөҙөмтәһе бик аяныслы: урында ике кеше һәләк булған. Улар 1991 йылға водитель егет һәм шәхесе асыҡланмаған пассажир ҡатын. Хәбәр ителеүенсә, водителдең таныҡлығы булмаған һәм машинаһы ла тейешенсә теркәлмәгән.
Автомобилселәр юлдарҙа бик иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, хәүефһеҙ арауыҡ тоторға һәм һауа шарттарын иҫәпкә алып тиҙлек режимын һайларға тейеш.
Ябай тәҡдимде үтәү һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡты һәм тормошто һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.