

Июнь беҙҙе көтөлмәгән һауа шарттары менән һынауын дауам итә. Социаль селтәрҙә Магнитогорск ҡалаһында көслө ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы тураһында видеояҙма таралды. Күптәр был бер аҙна элек булды, тип тә әйтә. Ваҡиғаға асыҡлыҡ индереү маҡсатында был ҡалала йәшәгән ауылдашҡа мөрәжәғәт иттем.
- Магнитогорскиҙа ысын ошондай көслө ямғыр, боҙборсаҡ яуҙы. Минең машина боҙборсаҡҡа эләкте. Магнитогорск ҡалаһы ҙур ҙа инде, был уның ситендә. Был дөрөҫ мәғлүмәт, хәҙер һеҙгә лә килеп етә инде. Бына әле Белоретта ҡап-ҡараңғы. Шулай, әкиәт түгел, ысын, дөрөҫ-дөрөҫ, Бына хәҙер аптырайым, ҡайҙа кузовты ремонтлатырға тип уйлап ултырам. Эсем бошоп ултыра, - тине Юнир Хәсәнов.
Мәғлүм булыуынса, боҙборсаҡлы ямғыр Магнитогорск ҡалаһының Белорет ҡалаһы яғындағы биҫтәһендә булған. Белорет районынан бер кешенең салондан яңы ғына алып сыҡҡан автомобиленең кузовын да сүкештең арты менән һуҡҡылағандай йәмшәйтеп бөткән.
Ә һеҙҙә боҙборсаҡ яуҙымы?
Юнир Хәсәнов фотоһы.