Хәүефһеҙлек
1 Июль 2023, 12:00

Балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай

Йыл башынан алып, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала 62 кеше һыуҙа батып үлгән...

Балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлайБалалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай
Балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай

Эҫе көндәрҙә күптәр ял итеү өсөн йылға-күлдәргә барыуҙы хуп күрә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү иһә һыуҙағы ялдың фажиғәле тамамланыуына килтереүе ихтимал.

Кисә, 30 июндә, Салауат районының Малаяҙ ауылында балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. Бәхеткә күрә, эргәләрендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары булған, улар балаларға (2013 йылда тыуған ҡыҙға һәм малайға) ярға ата-әсәләренә эргәһенә килергә ярҙам итә.

Нуриман районының Павловка ауылында йәштәрҙән торған компанияға ла ярҙам талап ителгән. (3 кеше). Йәштәр резина кәмәлә йөҙгән ваҡытта мотор эшләүҙән туҡтай. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар эргәлә була һәм кешеләргә ярға сығырға ярҙам итә.

Йыл башынан алып, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала 62 кеше һыуҙа батып үлгән.

– Ял итеүҙә һаҡ булырға саҡырам! Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы һайлағыҙ, таныш булмаған урында һыу аҫтына төшмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ, судноларға яҡын бармағыҙ. Алкоголле эсемлектәр эсеп, иҫерек килеш һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү генә һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ! – тип иҫкәртә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай
Балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай
Балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай
Балалар ярҙан алыҫ йөҙөп китә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас