

Бал ҡорттары саҡҡан малайҙың хәле нисек?
Ишембай районының Әхмәр ауылынан ағалы-ҡустылы икәү ул көндө нисек бал ҡорттарына тап булыуҙары тураһында һөйләне. Улар утынға китеп барғанда ҡорттарҙың безелдәүен ишетә. Тәүҙә улар был тауышҡа әллә ни әһәмиәт бирмәй, ә күс уларға табан йүнәлә. Күп тә үтмәй ҡорттар уларҙы һырып алып саға ла башлай.
“Тәүҙә беҙ ҡорттарҙы аңғарманыҡ та, безелдәүҙәрен генә ишеттек. Мин ҡурҡып киттем. Тәүҙә бер ҡорт ҡына саҡты, шунан инде ҡалғандары ла... Ныҡ ҡурҡтым, ергә ятҡанда кәүҙәмде һиҙмәй ҙә инем, үләм икән тип уйлағайным. Ҡустым ярҙамға саҡырған. Атайым килеп һалдырып алды”, тип һөйләй зыян күргән малай.
Ярай әле бәләкәй малай ҡасып китеп атаһын һәм бабаһын ярҙамға саҡыра алған. Улар ҡорттарҙы өркөтөп малайҙы ҡотҡарғандар.
Әле малайҙар дауахананан сыҡҡан, бөтәһе лә яҡшы тамамланған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһына ашығыс рәүештә бал ҡорттары саҡҡан ике бер туған баланы килтерәләр. Уларҙың тәненең төрлө өлөштәренән 465 ҡаяу алына.
Балаларҙы бөтә осраҡта ла һаҡланырға өйрәтәйек.
Фото:Ufa-bezformata.com