Хәүефһеҙлек
4 Июль 2023, 03:30

“Яҡшы эшлә, тик беҙҙе туҡтатма!” – тип шаярта дуҫ-иштәре...

"Граждандарҙың үҙ ғүмерҙәренә үтә еңел ҡарауына әле булһа күнегә алмайым. Тиҙлекте арттырыу, руль артына эскән килеш ултырыу, ҡаршы яҡ юлға сығыу тиһеңме..."

“Яҡшы эшлә, тик беҙҙе туҡтатма!” – тип шаярта дуҫ-иштәре...“Яҡшы эшлә, тик беҙҙе туҡтатма!” – тип шаярта дуҫ-иштәре...
“Яҡшы эшлә, тик беҙҙе туҡтатма!” – тип шаярта дуҫ-иштәре...

Бала сағында водитель булырға хыялланған Инзил Бәҙретдиновҡа яҙмыш ҡушыуы буйынса   руль артында ултырғандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмауын ҡәтғи контролләгән хеҙмәткәр булырға тура килгән.  Хәҙер ул –Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының   Стәрлебаш районы буйынса инспекторы, өлкән лейтенант. 20 йыл инде юлдарҙа тәртип булһын өсөн ошо поста эшләй.

 Айҙарәлелә мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Агроном дипломын ҡулына алған егетте армия сафына саҡыралар. Ике йылдан һуң кисәге һалдатты ҡайҙа эш башлау мәсьәләһе борсой. Командирҙарҙың береһенең кәңәшен тотоп, урындағы полицияға эшкә килә. Патруль-пост хеҙмәтендә эш башлаған егетте бер нисә айҙан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт хеҙмәтенә инспектор итеп күсерәләр, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”.

–Эш ябайҙан булманы. Төрлө һауа шарттарында оҙайлы эш көнө, әллә күпме иҫкәртеү операциялары  үткәреү тураһында әйтергә теләмәйем, минең өсөн иң ауыры ҡайһы бер таныштарымдың юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары булды. Граждандарҙың үҙ ғүмерҙәренә үтә еңел ҡарауына әле булһа күнегә алмайым. Тиҙлекте арттырыу, руль артына эскән килеш ултырыу, ҡаршы яҡ юлға сығыу тиһеңме...Айырыуса был йәштәргә ҡағыла. Алкоголь һәм юғары тиҙлек арҡаһында күпме кешенең сәләмәтлеген юғалтыуын, ғүмерен ҡыйыуын, яҡындарын һәләк итеүен күрергә тура килә. Видеокамералар, етди штрафтар бер ни тиклем авариялар һанын кәметһә лә, күңелһеҙ ваҡиғалар булып тора. Ниндәй генә хәл менән осрашырға тура килмәһен, автоинспектор тыныс булырға, закон һәм тәртип  һағында торорға тейеш.

 Йәшермәйем, тәртип боҙоуҙарға “күҙ йомоп ҡарау”, протокол төҙөтмәү  өсөн ришүәт тәҡдим иткән осраҡтар ҙа  булғылай. Яңыраҡ ҡына ҡалаға металл һыныҡтарын тейешле документтарһыҙ илтергә тырышҡан водитель хәлде “тыныс юл менән” хәл итеүҙе һораны. Ваҡиға енәйәт эше ҡуҙғытыу менән тамамланды, законды һәр кем күҙәтергә тейеш, – тип иҫәпләй Инзил Илдар улы.

 Уның эш үҙенсәлектәренә ғаиләһе өйрәнгән инде.  Һатыусы булып эшләгән ҡатыны Юлиәнең дә хеҙмәт көнө һуң тамамлана. Улдарын  үҫтерешергә ата-әсәләре ярҙам иткән, хәҙер улары ла ҡул араһына ингән инде. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Инзил Бәҙретдинов 1, 2, 3  дәрәжә “Хеҙмәттәге уңыштары өсөн” миҙалы, төрлө кимәлдәге почет грамоталары менән наградланған.Социаль селтәрҙә яҡташтары уға еңел булмаған мөһим эшендә уңыштар теләп, оҙаҡ йылдар яҡшы эшләүенә ниәт тота. “Яҡшы эшлә, тик беҙҙе юлда туҡтатма!” – тип шаяртырға ла онотмаған берәүһе...

 Р.Йәғәфәров фотоһы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас