Хәүефһеҙлек
7 Июль 2023, 14:30

Эскән водителдәрҙе аулаясаҡтар

Башҡортостанда рейд саралары бөгөн үк башлана. 

Эскән водителдәрҙе аулаясаҡтарЭскән водителдәрҙе аулаясаҡтар
Эскән водителдәрҙе аулаясаҡтар

Республика Дәүләт автоинспекцияһы был ял көндәрендә Өфө, шулай уҡ муниципаль һәм республика автомобиль юлдарында иҫкәртеү сараларын уҙғара.

Юл-патруль хеҙмәте экипаждары юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтеләсәк. Иҫерек водителдәргә айырым иғтибар биреләсәк.

Бөгөн Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәте полкының шәхси составы Нуғай шоссеһында, ә иртәгә Комсомол урамында тикшереләсәк.

“Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә һеҙ хөрмәтле граждандар ҙур өлөш индерә алаһығыҙ, әгәр беҙгә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу факттары тураһында хәбәр итәһегеҙ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны 8(347)279-32-92, ЮХХДИ-ның телеграм-чаты @GIBDDRB_02bot”, – тип яҙған республика ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов.

Фото: t.me/V_Sevastyanov

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас