

Белорет районының Үҙән ауылы эргәһендә инде өсөнсө көн урман яна. Әлеге ваҡытта ут 40 гектарҙан ашыу майҙанды ялмап алған, ауылға хәүеф янамай.
Һүндереүгә 45 кеше һәм 13 берәмек техника йәлеп ителгән, шул иҫәптән бульдозерҙар һәм вертолет. Ике көн эсендә вертолет янғын сығанағына 30 тапҡыр һыу ҡойған, йәғни 105 тонна күләмендә.
Урман янғынының тораҡ пунктҡа таралыуына юл ҡуймау һәм Торлаҡ йорттарҙы һаҡлау маҡсатында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латиповтың күрһәтмәһе буйынса урында, шулай уҡ Баш идаралыҡтың 33 кешенән һәм 5 берәмек техниканан торған аэромобиль төркөмө эшләй. Утҡа ҡаршы ирекмәндәр ҙә көрәшә.
“Сығанаҡ урынына барып етеүе ауыр. Әлеге ваҡытта уттың таралыу хәүефе һаҡлана, янғын барған биләмә тирәләй ерҙе һөрәләр. Тораҡ пунктҡа тиклем һигеҙ километр самаһы. Баш идаралыҡтың янғын-ҡотҡарыу отрядының 28-се терәк пункты әҙер тора. Урында ведомство-ара кәңәшмә үткәрелде. Хәлде контролдә тотабыҙ, бөтә кәрәкле саралар күрелә”, – тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Быйыл 10 июлгә тиклем республиканың урман фонды биләмәһендә 115 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 56-һы халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, 11-е – башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән күсеү, 44-е – тәбиғәт факторҙарынан (йәшен, быяла аша ҡояш нурҙарының һыныуы), дүртеһе – техноген объекттан.
Урман янғындары һөҙөмтәһендә бөтәһе 1412,34 гектар биләмә зыян күргән.
Уҙған тәүлектә бөтәһе 29,53 гектарҙа өс урман янғыны теркәлгән: икеһе – Йылайыр урмансылығы, береһе Тирлән урмансылығы билмәһендә.
10 июлгә ҡарата Башҡортостан биләмәһендә 3-5 класс янғын хәүефе һаҡлана:
Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Бөрйән, Йылайыр, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Өфө, Учалы, Федоровка, Яңауыл райондарында – 3 класс;
Әлшәй, Архангел, Баҡалы, Балаҡатай, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Ҡариҙел, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында - 4 класс;
Илеш районында - 5 класс.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр осҡон ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра! Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ, урман йәки урман янындағы янғынды күрһәгеҙ Берҙәм бушлай урман һағы номеры буйынса шылтыратыуығыҙ: 8 (800) 100-94-00 йәки БР Урман Хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә: 8 (347) 218-14-14.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән, асыҡ ут ҡулланыу тыйыла. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
Фото: mchsrb һәм скриншот.