

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районында мәктәп уҡыусыһы һыуға батҡан баланы ҡотҡара. Был хәл Дәүләт быуаһында була. Һыу инергә төшкән балалар араһынан бер малайҙың ярҙам һорап ҡысҡырырға тырышын күптәр аңғармай. Дәүләттән Алина Уйылданова ғына, уны күргәс, уйлап та тормай, һыуға һикерә.
Ҡатмарлы хәлдә юғалып ҡалмаған герой ҡыҙ Алина Уйылданова туғыҙынсы класты тамамлаған һәм Магнитогорск педагогия колледжына физкультура уҡытыусыһына уҡырға инергә йыйына. Алина спорт менән бик дуҫ, айырыуса волейбол уйнарға ярата, ГТО-ның алтын билдәһе менән бүләкләнгән. Атаһы уны йөҙөргә өйрәткән.
Ата-әсәһе - Рәмил Иштимер улы менән Елена Иосифовна ҡыҙының батырлығы менән ғорурлана, уларҙың ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Ун биш йәшлек Алина тәүәккәллеге һәм сослоғо арҡаһында ҙур фажиғәгә юл ҡуймаған.
Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте премьер-министры Ирек Сәғитов ҡыйыу уҡыусыны "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләне. Афарин, Алина!
Фото: "Бәйләнештә"