

10 июлдән 16 июлгә тиклем республикала эске сәбәптәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү буйынса аҙналыҡ башлана.Был фажиғәләр һәм бәхетһеҙлектәрҙең күбеһен булдырмаҫҡа мөмкин булыр ине, тик һәр ваҡытта кемдеңдер иғтибарһыҙлығы, битарафлығы,һаҡһыҙлығы, уйлап еткермәүе арҡаһында кешеләр яралана, ағыулана, аварияға эләгә, һыуға бата,һәләк була... Бындай миҫалдар эргәбеҙ тулы. Йәмәғәтселекте был мәсьәлә бик ныҡ борсой. Росстат эске сәбәптәрҙән үлем күрһәткестәрен түбәндәгесә билдәләгән: алкоголдән осраҡлы ағыуланыуҙар; транспорттағы төрлө бәхетһеҙлек осраҡтарынан, шул иҫәптән, юл-транспорт ваҡиғаларынан; үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙан;үлтереүҙәрҙән; билдәһеҙ уй менән зарар килтереүҙән; осраҡлы йығылыуҙарҙан; осраҡлы һыуға батыуҙан; төтөн, ут һәм ялҡындан осраҡлы бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәләк булыу.
Алкоголь – организмдың бөтә системаһына тәьҫир итеүсе ағыу. Бынан тыш, ул кешенең үҙен һәләк итә, шулай уҡ эргәһендәгеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуя. Алкоголь хәрәкәт координацияһын боҙа, тәртибеңде контролләүҙе боҙа. Һөҙөмтәлә эскесе булмаған кешеләр ҙә осраҡлы рәүештә бәләгә тарый. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәттәренә күҙ һалыуҙан сәстәр үрә торорлоҡ. Көн һайын бөтә донъяла ике мең ғаиләнең балаһының имгәнеүе йәки бәхетһеҙлеккә тарыуы арҡаһында тормошо аҫты-өҫкә килә, был ҡайғы-хәсрәтте булдырмаҫҡа мөмкин булыр ине... Йыл һайын ошо сәбәп буйынса бер миллиондан ашыу бала һәм 18 йәшкә тиклемге үҫмер һәләк була. Тимәк, көндә һәр сәғәт һайын йөҙҙән ашыу бала үлә.
Рәсәй медицина учреждениелары йыл һайын йәрәхәттәр алған өс миллиондан ашыу баланы теркәй. Дауаханаларға 18 йәшкә тиклемге балаларҙың һәр һигеҙенсеһе мөрәжәғәт итә тигән һүҙ...
Йәйге каникул башланыу менән балаларҙың бәләгә тарыу осраҡтары арта. Республика кимәлендә лә был күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларға шаһитбыҙ- тәҙрәнән осоп төшөүҙәр, һыуға батыуҙар, утҡа бешеүҙәр, велосипедтарҙан, самокаттарҙан йығылып имгәнеүҙәр...Бәхетһеҙлек осраҡтарының осо-ҡырыйы юҡ. Бары тәртип, дисциплина, һаҡлыҡ,сәләмәт йәшәү рәүеше, ҡайҙа ғына булмаһын, бик кәрәк. Балаларҙы бәләкәй саҡтарынан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәткән ата-әсәләргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Тормошта булыу ихтималлығы мөмкин хәл-ваҡиғаларҙы һанап бөтөп тә булмаҫ. Киләһе аҙнала башланасаҡ сара барыбыҙға ла бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү, эргәбеҙҙәгеләргә иғтибарҙы арттырыу, мәсьәләнең мөһимлеген аңлау өсөн кәрәк.
Фото:VK.com