Хәүефһеҙлек
10 Июль 2023, 16:00

Дүрт йорт янып бөткән

Уттан һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Хәбәр ителеүенсә, янғын Әбйәлил районында теркәлгән. 

Дүрт йорт янып бөткәнДүрт йорт янып бөткән
Дүрт йорт янып бөткән

Көндәрҙең эҫе тороуы кеше сәләмәтлегенә генә түгел, мөлкәтенә лә зыян килтерә: янғын сығыу хәүефе артҡандан-арта. “Осҡон” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр ителеүенсә, Әбйәлил районының Хәмит ауылындағы янғын сыға. Урында 61-сы янғын һағы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Дүрт өй әрәм була. Ярай әле, үҙҙәре иҫән ҡала. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан бер нәмә лә ҡалмай. Уның менән һаҡ булығыҙ, балаларға ла шырпы-ут менән шаярырға юл ҡуймағыҙ. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе “ҡыҙыл әтәс”тән һаҡлағыҙ!

Фотолар: “Осҡон” гәзите.

Дүрт йорт янып бөткән
Дүрт йорт янып бөткән
Дүрт йорт янып бөткән
Дүрт йорт янып бөткән
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас