

Республикала эске үлем осраҡтарын кәметеү буйынса аҙналыҡ башланды. Был тема һәр миҙгелдә көнүҙәк, айырыуса йәй көндәрендә бәлә-ҡаза аҙым һайын тигәндәй һағалап ҡына тора. Фажиғәләр һәм бәхетһеҙлектәрҙең күбеһен булдырмаҫҡа мөмкин булыр ине, тик һәр ваҡытта кемдеңдер иғтибарһыҙлығы, битарафлығы,һаҡһыҙлығы, уйлап еткермәүе арҡаһында кешеләр яралана, ағыулана, аварияға эләгә, һыуға бата, һәләк була... Бындай миҫалдар эргәбеҙ тулы.
Йәйге селләлә кемдер ғаиләһе менән йылға-күл буйҙарына ашыға, кәмәлә йөҙә, балыҡ тота. Һыуҙағы йәйге ял күңелһеҙ эҙемтәләргә килтермәһен өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре ошо йәһәттән ябай һәм мөһим кәңәштәр бирә:
ғүмерегеҙҙе һаҡлау өсөн йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ, эскән килеш һыу эсенә инмәгеҙ, ел-дауыл ҡупҡан мәлдә һыу инмәгеҙ. Яҡшы йөҙә белгән осраҡта ғына тәрән һыуҙа йөҙөргә мөмкин. Таныш булмаған һыу ятҡылығында ярҙан ырғырға, сумырға ярамай. Бәләкәй балаларҙы һыу эсендә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Хатта оҫта, тәжрибәле йөҙөүселәр ҙә һыуҙа батҡан осраҡтар бар. Белгестәрҙең әйтеүенсә, йыш ҡына быға ниндәйҙер органик сир, нигеҙҙә йөрәк етешмәүсәнлеге сәбәпсе була. Ҡайһы саҡта табип кәңәштәрен тотмау ҙа шуға килтерә.
Батып барған кешене һыуҙан алып сыҡҡас, иң тәүҙә башы кәүҙәһенән юғарыраҡ булырлыҡ итеп ҡорһағына әйләндереп һалығыҙ. Ауыҙын таҙартҡандан һуң ҡоҫоу рефлексын тыуҙырыу һәм тын алыуҙы тергеҙеү өсөн тел тамырына баҫығыҙ. Ҡоҫмаһа һәм йүтәлләмәһә, кешене арҡаһына һалып, реанимация әмәлдәренә тотоноғоҙ.Тәүге ярҙамды яһай белеү бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.
Ярҙам күрһәткәндән һуң кешенең хәле яҡшырғандай тойолһа ла, ашығыс ярҙамды мотлаҡ саҡыртырға кәрәк. Ҡотҡарғандан һуң да йөрәктең ҡабаттан туҡтауы, үпкә, мейе, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы ихтимал. Өс-биш көндән һуң ғынакеше һаулығына бер ниндәй хәүеф янамауы тураһында әйтергә мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.