+21 °С
Болотло


Әбйәлил районының Хәмит ауылында өйҙәрҙең яныуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был ауыл яғында тағы ла янғын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер урмандарға "ҡыҙыл әтәс" "ҡунған". Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре янғынды һүндерешергә ирекмәндәр йыя.
Ағастарҙы тәүҙә ҡорт ашаны, хәҙер ялҡын бөтөрөп ҡуйырмы икән, ти урында йәшәүселәр...
Ут менән һаҡ ҡыланығыҙ, дуҫтар! Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, милкегеҙҙе һәм тәбиғәтте "ҡыҙыл әтәс" ялмамаһын!
Фото: социаль селтәрҙән.