Хәүефһеҙлек
11 Июль 2023, 10:00

Мәктәптең ҡыйығы емерелеп төшөп...

Һәләк булғандарға, зыян күргәндәргә килгәндә...

Мәктәптең ҡыйығы емерелеп төшөп...Мәктәптең ҡыйығы емерелеп төшөп...
Мәктәптең ҡыйығы емерелеп төшөп...

10 июль кисендә, тәбиғәттең көйһөҙлөгө, елдең секундына 20 метр иҫеүе сәбәпле, Асҡындың 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе ҡыйығының бер өлөшө килеп төшкән.

“Һәләк булғандар, зыян күргәндәр юҡ. Ерҙә лә емереклектәр теркәлмәгән. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү йәһәтенән эш алып барыла”, - тип белдерҙеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Бынан тыш, кисә елдең көсәйеүе сәбәпле, 11 райондың 54 ауыл биләмәһендә - өлөшләтә, ә ҡайҙалыр тотошлай электр менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк теркәлгән.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас