Хәүефһеҙлек
12 Июль 2023, 12:30

Балыҡ баланы һыу төбөнә һөйрәгән

Үҫмерҙең туғаны был хәлдә кемдәрҙе ғәйепләй?

Балыҡ баланы һыу төбөнә һөйрәгәнБалыҡ баланы һыу төбөнә һөйрәгән
Балыҡ баланы һыу төбөнә һөйрәгән

Был хәл Әй йылғаһында, Мәсетле районының Абдулла ауылы эргәһендә булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҙур йәйен балығы һыу инеп йөрөгән үҫмерҙе аяғынан тешләп, йылға төбөнә һөйрәп алып китергә маташҡан.

“Йылға буйында халыҡ күп, моторлы кәмәләрҙә йөрөйҙәр. Күрәһең, ҡуҙғытҡандар, шуға ла һаҡ булығыҙ”, – тип һөйләгән зыян күргән үҫмерҙең туғаны.

Комментарийҙарҙа кешеләр был ваҡиғаға ҡарата төрлө фекерҙәр яҙа: берәүҙәр төркөмдәргә тупланып, ҙур балыҡты тоторға уйлай, икенселәре – башҡа бер ҡасан да бында һыу инмәйәсәк.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башкирия Online

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас