Хәүефһеҙлек
12 Июль 2023, 08:00

Белоретта хәл киҫкен...

Көслө ел утты тиҙ тарата, ауылдарға хәүеф янай.

Белоретта хәл киҫкен...Белоретта хәл киҫкен...
Белоретта хәл киҫкен...

Елдең секундына 25 метрға тиклем көсәйеүе сәбәпле урман янғыны ҡаршы яҡҡа, Аҙнағол (ете километр) һәм Ҡатарыш (биш километр) ауылдары йүнәлешендә әүҙем тарала башлаған. Етмәһә, ут ерҙән ағас баштарына күскән. Тәүлек эсендә (иртәнге мәғлүмәт) янғын майҙаны 320 гектарға тиклем киңәйгән.

Янғынды туҡтатырға һәм уның ауылдарға яҡын ебәрмәҫкә тырышҡандар. Төндә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәкселеге ҡарары буйынса, ауылдарҙы һаҡлау өсөн Өфөнән Баш идаралыҡтың 34 кешенән һәм өс берәмек техниканан торған аэромобиль төркөмөнөң икенсе эшелоны юлланған.

Хәлде баһалау һәм күҙәтеү маҡсатында Баш идаралыҡтың пилотһыҙ авиаия системалары ҡулланыла.

Янғын һүндереүҙә Урман хужалығы министрлығының, муниципаль райондың һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты төркөмдәре ҡатнаша.

Белорет районының урман фонды биләмәһендә, Аҙнағол, Ҡатарыш тораҡ пункттары эргәһендәге хәлгә һәм елдең көсәйеүе бәйле хәүефле һауа шарттары тураһында оператив иҫкәртеү алыуға бәйле, райондың барлыҡ ҡотҡарыу көстәре 2023 йылдың 12 июлендә иртәнге 7.30 сәғәттән райондың Сермән, Үҙән ауыл советы биләмәләрендә “ғәҙәттән тыш” хәлгә күскән.

Янғын һүндереүҙә 163 кеше һәм 22 берәмек техника, шул иҫәптән өс бульдозер, КА-32 вертолеты эшләй. Янғын һүндереүҙә 35 ирекмән дә ярҙам күрһәтә, тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, башҡа көс структураларын да янғын һүндереүгә йәлеп итәләр.

Фото: ауыл халҡынан, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Белоретта хәл киҫкен...
Белоретта хәл киҫкен...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас