

Республикала көслө янғын тағы ике йортто, 15 ҡоролманы юҡ итте һәм өс ғаиләне торлаҡһыҙ ҡалдырҙы, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. Әйтеүҙәренсә, янғын сығыуы тураһындағы хәбәр ведомство хеҙмәткәрҙәренә бик һуң еткерелгән.
Ут көндөҙ Октябрьск ауылында сыға. Йәшел урамында бер участкала башланған янғын икенсеһенә күсә. Хәүефле хәбәрҙең һуң алыныуы һәм елдең көслө булыуы һөҙөмтәһендә, ут ҙур майҙанда таралған.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, торлаҡ йорттарҙы һәм бер нисә ҡоролманы ялҡын телдәре ялмап алған. Ихаталағы бөтә ҡоролмалар ағастан һалынған, ике йорт та ныҡ зыян күргән, уларҙың береһендә ике ғаилә йәшәгән, тип хәбәр итә ведомство хеҙмәткәрҙәре. Дүрт мунса, дүрт һарай, ике гараж, утынлыҡ, келәт, күгәрсен ояһы һәм йәйге йорт юҡҡа сыҡҡан. Янғын бер сәғәттә һүндерелгән. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Тәүтикшереүселәр янғындың сәбәбен асыҡлай, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Йәйге осорҙа республикала күп күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларға шаһитбыҙ - янғын сығыу, утта һәләк булыуҙар, тәҙрәнән осоп төшөүҙәр, һыуға батыуҙар, велосипедтарҙан, самокаттарҙан йығылып имгәнеүҙәр... Бәхетһеҙлек осраҡтарының осо-ҡырыйы юҡ. Бары тәртип, уяулыҡ, дисциплина, һаҡлыҡ, сәләмәт йәшәү рәүеше, ҡайҙа ғына булмаһын, бик кәрәк. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ут-күҙҙән һаҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.