Хәүефһеҙлек
19 Июль 2023, 14:00

Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...

Поезд машинисы ашығып тормозға баҫа, әммә...

Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...
Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Архангел районында кеше ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Авария 19 июлдә 09.30 тирәһендә Архангел – Тәүәкәс автомобиль юлында булған.

– Бер фараз буйынса, „ВАЗ-2107“ автомобиле руле артындағы 51 йәшлек ҡатын тимер юл аша сығыу урынында светофорҙың тыйыу сигналына үтеп, Равтау  – Ҡарламан арауығы буйлап хәрәкәт иткән тауар поезы менән бәрелешкән, – тип хәбәр иттеләр төбәк дәүләт автоинспекцияһынан.

Еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында һәләк булған, уның пассажиры дауаханаға оҙатылған.

"Поезд машинисы ашығыс рәүештә тормозға баҫа, әммә ара туҡтау өсөн етерлек булмай һәм шуға ла бәрелештән ҡотола алмай. Башҡа поездар хәрәкәтенә юл-транспорт ваҡиғаһы йоғонто яһаманы. Водителдәрҙе тимер юл аша сыҡҡанда уяу булырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ”, – тип белдерә Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @bash_gibdd

Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...
Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...
Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...
Ҡатындар барыр еренә етә алмаған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас