Хәүефһеҙлек
23 Июль 2023, 06:00

Башҡортостанда катер менән кәмә бәрелешкән

Һигеҙ кешенең ғүмере хәүеф аҫтында...

Башҡортостанда катер менән кәмә бәрелешкәнБашҡортостанда катер менән кәмә бәрелешкән
Башҡортостанда катер менән кәмә бәрелешкән

Мәләүез районының Нөгөш һыуһаҡлағысында 22 июлдә кисен фажиғәле хәл теркәлгән – катер менән кәмә бәрелешкән. Катерҙа - алты, ә кәмәлә ике кеше булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ял итеүселәр ярҙамында кәмәләге 1988 йылғы ир ҡотҡарылған һәм Мәләүез үҙәк клиник дауаханаһына оҙатылған. Зыян күргән кешенең ҡабырғалары йәрәхәтләнгән, ул эскән булған.  

Был эш буйынса оператив-тикшереү эше алып барыла.

Онотмағыҙ, һыу - хәүеф сығанағы. Тик рөхсәт ителгән урындарҙа, махсус пляждарҙа ғына һыу инергә мөмкин. Катер һәм кәмәлә йөрөгәндә ҡотҡарыу бишмәтен кейегеҙ, ул һеҙҙе көтөлмәгән хәлдәрҙән, батыуҙан ҡотҡарасаҡ.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: mchsrb

 

Башҡортостанда катер менән кәмә бәрелешкән
Башҡортостанда катер менән кәмә бәрелешкән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас