

Белорет районында урман янғынына ҡаршы көрәш бер аҙнаға яҡын барҙы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов ҡарары буйынса 70 кешенән торған аэромобиль төркөм был янғынды һүндереүгә йәлеп ителә. Улар Үҙән, Аҙнағол һәм Ҡатарыш ауылдарын уттан һаҡлап ҡалыуға үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Әммә ут һүндергән саҡта бер төркөм ҡотҡарыусылар үҙҙәре ҡамауҙа ҡала...
Көслө ел һәм эҫелек арҡаһында әлеге ауылдарға ут күсеү ҡурҡынысы янай. Төтөн тирә-яҡҡа тарала. Хәл ҡатмарлаша. Янғын һүндереүселәр битлек кейеп эшләргә мәжбүр була. Участкаларҙың береһендә ел йүнәлешен ҡапыл үҙгәртә һәм янғын өҫкә күсә, 23 кеше: 18 – ведомство хеҙмәткәре, ике ирекмән, Башҡортостан урман хужалығы министрлығынан бер вәкил һәм Урман янғындарын һүндереү үҙәгенең ике хеҙмәткәре – ут ҡамауында ҡала.
Уларҙы хәүефле зонанан эвакуацияларға ҡарар ителә. Ярай әле янғын һүндереү техникаһын ут үткән биләмәгә күсеп өлгөрәләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса янғын һүндереүҙе ойоштороу һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү идаралығы начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Рәмил Айытов аэромобиль төркөм менән етәкселек итә.
– Урынға килеп еткәс, тәүге ике көндә беҙ ауылдарҙы янғындың көнбайыш яғынан яҡланыҡ, Башҡортостан урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һыҙат яһап, ер һөрҙөк һәм битләүҙең көнбайыш өлөшөнә ут таралыуына юл ҡуйманыҡ. Бында эштәрҙе тамамлап, көнсығыш өлөшөнә күстек. Ошо ваҡытта өҫкө янғынға юлыҡтыҡ, кире йүнәлештә китергә маташтыҡ, әммә бында ла беҙҙе ҡамау ҡаршыланы – текә ҡая. Янғын урынын ташлап китергә ҡарар иттек, урман араһынан сығырға тип йүнәлдек, әммә был йүнәлештән дә беҙҙе ут ҡаршы ҡаршы алды. Беҙ ҡамауҙа ҡалдыҡ... Техниканы сағыштырмаса хәүефһеҙ урынға урынлаштырырға ҡарар итеп, тау һыртына күтәрелдек. Мин вертолет пилоттары, штаб вәкилдәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәкселеге менән бәйләнешкә сығып, килеп тыуған хәл тураһында хәбәр иттем һәм артабанғы ғәмәлдәрҙе координациялау буйынса ярҙам һораным, – ти Рәмил Айытов.
Уларҙы “Ка-32а11ВС” вертолеты ярҙамында ут эсенән эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был биләмәлә көслө төтөн булғас, уларҙы һауанан күрергә мөмкин түгел ине, шуға ла сигнал ракетаһы ебәрергә ҡарар ителә. Вертолет пилоты уларҙың ҡайҙалығын күреп, шул урынға оса. Унда тау һырт булғас, вертолетты ултыртыу мөмкинлеге булмай, пилот мөмкин тиклем түбән төшә. Ҡотҡарыусыларҙы хәүефһеҙ зонаға ике этапта эвакуациялайҙар. Ғөмүмән, бында пилот ҙур оҫталыҡ күрһәтә. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итә. Һөҙөмтәлә үҙенең командаһы менән тиҙ арала бөтәһен дә эвакуациялауға өлгәшә.
– Төтөн көслө ине. Уларҙы тик сигнал ракетаһын ебәргәндән һуң ғына таптыҡ. Урынға барҙыҡ: тау битләүе, ҡаялы ер. Улар хатта ултыртыу өсөн майҙансыҡ әҙерләп өлгөргән, бейек ҡыуаҡтарҙы ҡырҡҡандар. Тыныс ҡына төшәбеҙ, эвакуация өсөн майҙансыҡ ҡатмарлы ине, әммә барыһы ла килеп сыҡты, беҙ хәл иттек. Башта ун кешене алып киттек, һуңынан – 13 кешене. Бөтә экипаж тырышты, ҙур эш башҡарҙы, – ти Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты пилоты Виталий Дорошин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәргә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙы бүләкләргә ҡушты.
Фото: mchsrb