Хәүефһеҙлек
25 Июль 2023, 18:00

Башҡортостанда спецназ әҙерләйҙәр

Етәкселәр бөгөнгө осрашыуҙа хәбәр итеүенсә...

Башҡортостанда спецназ әҙерләйҙәрБашҡортостанда спецназ әҙерләйҙәр
Башҡортостанда спецназ әҙерләйҙәр

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров июнь айынан Рәсәй милли гвардияһының Волга буйы округына етәкселек итеүсе Сергей Просяник менән осрашты.

– Башҡортостан Рәсәй гвардияһының иң эре идаралыҡтарының береһен тәшкил итә. Ныҡлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, берлектә Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальонын тупланыҡ, – тип билдәләп үтте осрашыуҙа Радий Хәбиров.

– Батальон яҡшы әҙерлек үтте, яугирҙәрҙең барыһы ла бар, ярҙам һәм хеҙмәттәшлек өсөн республикаға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Сергей Просяник.

Осрашыуҙа Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге хәрбиҙәр (спецназ) әҙерләү өсөн үҙәк булдырыу мәсьәләһе буйынса ла фекер алышынды. Сергей Просяник бындай башланғысҡа ҙур өмөт бағлауын белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты, m24.ru

Башҡортостанда спецназ әҙерләйҙәр
Башҡортостанда спецназ әҙерләйҙәр
Башҡортостанда спецназ әҙерләйҙәр
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас