

Йәй – көтөп алған йылы, матур, күңелле миҙгел. Халыҡ рәхәтләнеп йылға-күл буйҙарында ял итә, сәйәхәткә юллана, урман-ҡырға еләк-емешкә, бәшмәккә йөрөй. Балалар оҙайлы каникул осоронда уйнап, ҡояшта ҡыҙынып, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплай. Әммә, хозурлыҡтары ни тиклем күп булмаһын, йәйҙең дә хәүефле яҡтары, күңелһеҙ осраҡтарға тарытыр әтнәкәләре етерлек. Уларға тарымаҫ өсөн ҡайһы берәүҙәрен барлап үтәйек.
Йәйгеһен кешеләргә тағы ниндәй хәүеф-хәтәр янай? Әлбиттә, иң таралған күңелһеҙ осраҡтарға ағыуланыу, йәрәхәтләнеүҙе лә индерергә кәрәк. Эҫе мәлдә ризыҡ бик тиҙ боҙолоп бара, ә яраларға килгәндә, йәйгеһен бәләкәй генә йәрәхәт тә ҡышҡы осор менән сағыштырғанда оҙағыраҡ йүнәлә. Бынан тыш, төрлө бөжәк тешләү, талпан ҡаҙалыу, йылан сағыу кеүек осраҡтар ҙа йәйге ялыбыҙҙы боҙоуы ихтимал.
Ризыҡ боҙолмаған булһын
Йәйгеһен ағыуланыу осраҡтары бик йыш теркәлә. Эҫелә экзотик ҡына түгел, ябай аҙыҡ-түлек тә тиҙ боҙола һәм эсәк инфекцияһы сәбәбе булыуы ихтимал. Ялға юлланыу урынына дауаханаға эләкмәҫ өсөн аҙыҡ-түлекте ентекле һайлап алығыҙ, уларҙы дөрөҫ һаҡлағыҙ һәм тейешенсә эшкәртегеҙ. Айырыуса һөт ризыҡтарына, итле ярымфабрикаттарға, һуттарға, салаттарға, торт һәм пирожныйҙарға иғтибарлы булырға кәрәк. Эҫелә урамда һатылған ризыҡтар, ирегән туңдырма һатып алмағыҙ. Еләк-емеште, йәшелсәне йыуып ашағыҙ, әгәр балаларға бирһәгеҙ, алдан эҫе һыу менән эшкәртегеҙ.
Йәрәхәттәргә иғтибарлы булығыҙ
Йылы һәм дымлы мөхит бактериялар өсөн бик ҡулай, шуға күрә бәләкәй генә йәрәхәт урыны ла ҙур мәшәҡәткә тарытыуы бар. Бөтәшеү процесын тиҙләтеү, инфекция эләктереүҙән һаҡланыу өсөн яра урынын яҡшы итеп йыуып, антисептик менән эшкәртергә кәрәк. Йәрәхәтләнгән тәнгә йод йәки зеленка һөртөргә ярамай, тирене яндырыуығыҙ йәки хәлде тағы ла ҡатмарлаштырыуығыҙ ихтимал. Әгәр яра ҙур һәм тәрән икән, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Был осраҡта тартышыу сиренә (столбняк) ҡаршы прививка кәрәк булыуы бар.
Бәләкәй сысҡандың ҙур бәләһе
Үкенескә ҡаршы, сысҡан биҙгәгенән прививка юҡ. Был ҡурҡыныс сирҙе үткәргәндәрҙә генә иммунитет барлыҡҡа килә. Башҡаларға иң ябай һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә ҡала. Беренсенән, кимереүселәргә ҡаршы көрәш алып барырға кәрәк, өйҙә, баҡсала уларға үрсергә юл ҡуйырға ярамай. Икенсенән, баҡса эштәрен башҡарғанда бирсәткә һәм респиратор кейегеҙ. Һепертке ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Йорт йыһазы тирәһен хлор ҡушылған һыу менән һөртөп тороғоҙ, сөнки вирус хлорҙы яратмай. Аҙыҡ-түлекте кимереүселәрҙән һаҡлағыҙ, ашар йәки тәмәке тартыр алдынан ҡулығыҙҙы йыуығыҙ, йыуылмаған еләк-емеш ашамағыҙ. Баҡсағыҙҙа сүплек яһамағыҙ. Урманға барғандан һуң битегеҙҙе, ҡулығыҙҙы яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ.
Талпан йоҡламай
Август-сентябрь айҙарында ла талпан яҙғы миҙгелдәге ише әүҙемләшеп китә, шуға күрә уяу булығыҙ. Тәбиғәттә, урманда йөрөгәндә, ергә ултырмаҫҡа, үләндә ятмаҫҡа тырышығыҙ.
Мәкерле бөжәкте ваҡытында асыҡлау һәм уның ҡаҙалыуына юл ҡуймау өсөн тәнде һәйбәт ҡаплаған кейем кейергә тырышығыҙ. Ҡырға сыҡҡанда кроссовка, итек кейегеҙ, салбарҙы ойоҡҡа ҡыҫтырығыҙ, ең остарын ҡаптырығыҙ, баш кейеме хаҡында ла онотмағыҙ. Даими рәүештә, 15 минут һайын тигәндәй, өҫ-башығыҙҙы тикшереп тороғоҙ. Эт менән йөрөһәгеҙ, уны ла иғтибар менән ҡарағыҙ.
Әгәр талпан ҡаҙалып өлгөрһә, тартып сығарам тип маташмағыҙ! Һеҙ талпандың кәүҙәһен генә йолҡоп алаһығыҙ, ә башы тороп ҡала һәм шешеү реакцияһы тыуҙыра. Өҫтәүенә бындай талпанды вирустарға тикшереп булмай. Иң яҡшы вариант – травматология пунктына барыу, унда бөжәкте бөтә ҡағиҙәләр буйынса аласаҡтар. Был эш бушлай башҡарыла. Шулай ҙа үҙаллы эш итергә булһағыҙ, уны ипле генә сығарығыҙ. Май, вазелин һөртөү, яндырыу кеүек халыҡ ысулдарын ҡулланмағыҙ, улар ярҙам итмәйәсәк. Талпан ҡаҙалған урынды этил спирты йәки одеколон менән эшкәртегеҙ. Ептән элмәк эшләгеҙ. Элмәкте талпандың башы менән кәүҙәһе араһына ҡуйып, һаҡ ҡына тартығыҙ, бер үк ваҡытта өйөрөлтөгөҙ. Яйлап, киҫкен хәрәкәт яһамай ғына талпанды сығарығыҙ. Талпан ҡаҙалған урынды йод менән эшкәртегеҙ. Бөжәкте ҙур булмаған тығыҙ ҡапҡаслы быяла йәки пластик һауытҡа һалып, эскә дымлы бинт киҫәге һалығыҙ. Талпандың зарарлы инфекция йөрөтөү-йөрөтмәүен белер өсөн уны лабораторияға ике тәүлек эсендә тапшырырға кәрәк.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА