

Эҫе көндә йылға йәки күл буйында ял итеү иҫ киткес рәхәт! Ҡояш, тулҡындар, һыу тамсылары – бына ошо инде бәхет! Ялығыҙҙы боҙмаҫ өсөн һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Эсмәгеҙ!
Йәй һайын йөҙҙәрсә кеше һыуға батып үлә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәттәренә ярашлы, быйылғы йыл башынан 10 июлгә тиклем арауыҡта республиканың йылға-күлдәрендә 30-ҙан ашыу кеше батып үлгән. Шуларҙың өстән бер өлөшө балалар булыуы – тағы ла аяныслы. Мәҫәлән, 40 градуслыҡ эҫелек торған ял көндәрендә, йәғни 8-9 июлдә генә республика биләмәһендә һыу арҡаһында туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында әйтеүҙәренсә, фажиғәле осраҡтарҙың төп сәбәбе – рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү һәм алкоголь.
Һыу буйындағы ялдың төп ҡағиҙәһе – эскән килеш һыуға төшмәгеҙ! Үҙегеҙ менән тәмле ризыҡтар, балалар менән уйнау өсөн туп алығыҙ, тик иҫерткес эсемлектәр түгел! Бында үҙеңде тотоу, үҙ көсөңә ышаныу тураһында һүҙ бармай. Эскән кешенең ҡан тамырҙары киңәйә, һыуға төшкәс, йәғни температура ҡапыл үҙгәреү сәбәпле, улар ҡапыл тарая. Һөҙөмтәлә кеше ҡапыл быуынһыҙланып, контролде юғалтыуы, иҫтән яҙыуы ихтимал. Шулай уҡ инфаркт һәм инсульт осраҡтары ла тап шундай мәлдәрҙе һағалай.
Иғтибар – балаларға
Балағыҙҙы бәләкәй сағында уҡ йөҙөргә өйрәтһәгеҙ, һеҙ бик шәп атай-әсәй! Әммә, нисек кенә һәйбәт йөҙмәһен, уны яңғыҙ ғына йылға-күл буйына ебәрмәгеҙ. Был осраҡта иң мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе – бала һыуҙа мотлаҡ ололар контролендә булырға тейеш. Әгәр һүҙ өлкән класс уҡыусылары тураһында бара икән, улар рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инергә, билдәләнгән сиктән ситкә йөҙөргә, һыу төбөн алдан тикшермәйенсә сумырға ярамағанлыҡты белергә тейеш.
Күптәр, бала менән берәй хәл булһа, ул ярҙамға саҡырып ҡысҡырасаҡ, һыу өҫтөнә сәпелдәп һуғасаҡ, тип уйлай, ләкин ысынбарлыҡта улай түгел. Балалар тауыш-тынһыҙ ғына бата. Һыу йотто һәм... бөттө. Сабыйҙың батыуын ике метр самаһы алыҫлыҡтағы кеше лә белмәй ҡалыуы бар.
Үкенескә ҡаршы, бөтә ата-әсәләрҙә лә яуаплылыҡ тойғоһо бер кимәлдә түгел. Пляжда, балаһы хаҡында онотоп, рәхәтләнеп күңел асыусылар ҙа етерлек. Әгәр һыу буйында шундай компаниялар барлығын күрһәгеҙ, бәләкәстәрҙе “минеке”нә һәм “сит”кә” бүлмәгеҙ. Таныш булмаған балаларҙы ла иғтибар үҙәгендә тоторға тырышығыҙ.
Ололар үҙ ҡылығына үҙҙәре яуап бирә, ә балалар, ғәҙәттә, өлкәндәрҙе ҡабатлай, шуға күрә балаларығыҙ менән йыһазландырылмаған пляждарға йөрөмәгеҙ, хәүефһеҙ булып тойолған урында ла уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Һай ғына бассейнда ла бәлә һағалауы ихтимал.
Йөҙгөстәр тураһында
Һуңғы йылдарҙа ял урындарына һауа тултырылған матрастар алып йөрөү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Бик уңайлы әйбер, хатта палаткала йоҡлау өсөн ҡулланырға мөмкин. Инструкцияһында бындай матраста йөҙөргә ярамауы тураһында яҙылһа ла, уны күптәр уҡып та тормай. Улар бик еңел, ә майҙаны ҙур, шуға күрә аҙ ғына ел иҫһә йәки көслөрәк ағымға эләкһә, ул елкәнле кәмә ише йөҙөп китәсәк. Иң ҡурҡынысы шул: ярҙан алыҫ урында бындай матрас ел тәьҫирендә әйләнеүе, хужаһын өҫтән ҡаплауы ихтимал, шуға күрә был әйберҙе һыу инеү, йөҙөү өсөн ҡулланмағыҙ.
Һыу буйында ял иткәндә тағы ла түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында ла онотмағыҙ: тыйылған урында һыу инмәгеҙ; таныш булмаған урындарға суммағыҙ; судноларға, кәмәләргә һәм катерҙарға яҡын бармағыҙ; һыуҙа хәүефле уйындар ойоштормағыҙ.
SOS: кеше батып бара!
Ғәҙәттә, батып барыусыны йылға-күл уртаһында ярҙамға саҡырған, бер ҡалҡып, бер юғалып, иғтибарҙы йәлеп иткән кеше тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ысынбарлыҡ икенсерәк: күп осраҡта батып барыусы ярҙамға саҡырып өлгөрә лә алмайынса һыу төбөнә китә. Уның хәле лә, ваҡыты ла булмай.
Кешенең батып барыуын аңғартҡан билдәләр: башы һыу өҫтөнә бер ҡалҡа, бер бата; башын артҡа ташлап, ауыҙын аса; ҡарашы томалана; сәсе маңлайын, күҙен ҡаплаһа ла, уларҙы рәтләмәй; ҡулдарын ситкә ташлап, һыуҙан сығырға теләгән кеүек хәрәкәттәр яһай. Ҡурҡыуҙан шаңҡыған хәлдәге кеше 20-60 секунд самаһы ғына һыу өҫтөндә була ала.
Ни тиклем һәйбәт йөҙөүенә ҡарамаҫтан, бата башлаған һәр кеше ҡурҡыу тойғоһо кисерә. Был – тәбиғи хәл. Бында иң мөһиме – ғауғаға бирелмәҫкә. Тәбиғәт беҙҙе баштан уҡ һыу өҫтөндә үҙен тота алған зат итеп яралтҡан. Әгәр батып барыуығыҙҙы аңлаһағыҙ, ошо уй һеҙҙе тынысландырһын. Иң тәүҙә тын алыуҙы тергеҙергә тырышығыҙ. Ашығып ярға табан йөҙөргә ынтылмағыҙ. Арыһағыҙ, арҡаға ятып йәки үҙегеҙ өсөн уңайлы торош һайлап, ял итергә, хәл алырға тырышығыҙ. Әгәр ағым көслө булһа, ыңғайына йөҙөп барып, ярға яҡынайығыҙ.
Әгәр инде батып барған кешене күрһәгеҙ, иң тәүҙә “Кеше батып бара!” тип ҡысҡырып, ярҙағы халыҡтың иғтибарын йәлеп итегеҙ. Ни тиклем күберәк кеше ярҙамға ташланһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Үҙегеҙҙең физик мөмкинлегегеҙҙе баһалағыҙ: йөҙә беләһегеҙме, батыусыны тартып сығарырға көсөгөҙ етерме? Әгәр ышанысығыҙ юҡ икән, батыусылар икәү булыуы ихтимал.
Һыуға һикерер алдынан кейемегеҙҙе сисегеҙ, сөнки ул ҡамасау ғына буласаҡ. Эргә-тирәлә ҡотҡарыу ҡулсаһы, резина камера йәки һауа тултырылған матрас булһа, батып барыусыға мөмкин тиклем яҡын итеп шуларҙы ташлағыҙ. Әгәр кеше һыуҙа вертикаль хәлдә булһа, арҡа яғынан йөҙөп барып, ҡултыҡ аҫтынан тотоғоҙ, башын өҫкә күтәрегеҙ һәм арҡаһына һалып, ярға табан йөҙөгөҙ. Бәләгә тарыусының йөҙө һыу өҫтөндә булырға тейеш. Әгәр ул һыу төбөнә китһә, ярҙа саҡта уҡ шул урынды аныҡ билдәләгеҙ, ағым көсөн дә иҫәпкә алығыҙ һәм, сумып, батыусыны эҙләгеҙ. Тапҡас, сәсенән тотоп, ерҙән этенеп, ҡапыл өҫкә ҡалҡығыҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА