

Кисә кискеһен Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Дәүләкән районының Суйынсы-Николаевка ауылы быуаһында бер ирҙең һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында батып үлеүе тураһында хәбәр килә. Вафат булған ир 1972 йылғы булған.
Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешенең кәүҙәһен сығарған һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Ваҡиға урынында оператив- тикшереү эштәре бара, уның батыу осрағы асыҡлана.
Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: һыу инергә рөхсәт ителгән урында ғына һыуға төшөгөҙ, рөхсәт ителмәгән йылға-күлдәрҙә һыу инеү тыйыла.
Фото: "Башинформ"