Хәүефһеҙлек
31 Июль 2023, 16:30

Төркиә кешеһе батып үлгән

Шаһиттар әйтеүенсә, ул...

Төркиә кешеһе батып үлгәнТөркиә кешеһе батып үлгән
Төркиә кешеһе батып үлгән

Бөгөн Өфөлә сит ил кешеһе һәләк булған. Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл Романовка ҡасабаһы карьерында теркәлгән.

Сәғәт дүрт тирәһендә шаһиттар ҡотҡарыусыларға шылтыратып, йәш кешенең һыу инеү ваҡытында юғалыуы хаҡында әйткән.

Водолаздар ярҙан 15 метр алыҫлыҡта ете метрлыҡ тәрәнлектә һәләк булған кешене тапҡан. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул - Төркиә Республикаһы гражданы.

Граждандарҙы яҡлау идаралығынан белдереүҙәренсә, был урын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, яр буйына хәүеф тураһында мәғлүмәт биреүсе аншлагтар ҡуйылған.

Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: рөхсәт ителгән урында ғына һыуға төшөгөҙ, һаҡ булығыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас