+21 °С
Болотло


Баймаҡ районының Түбә ауылында йәшәүселәр һирәк тәбиғәт күренешенә шаһит булды. Социаль селтәрҙәге төркөмдә килеп сыҡҡан хәлде раҫлаған фотоһүрәттәр барлыҡҡа килде. Көслө ел һөҙөмтәһендә йорт түбәләре һәм ҡоймалар һүтелгән, баҡса рәшәткәләре алып ташланған.
Түбә ауылы халҡы йорт-ҡураһы зыян күргән кешеләргә матди ярҙам йыя башланы.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә көслө дауыл Волга буйы төбәктәрендә теркәлгәйне.
Фото: "Түбә ауылы" төркөмөнән.