

Мари Илендә Яльчик күл буйында ял итеүселәрҙең ҡот осҡос ғәрәсәткә эләгеүе хаҡында хәбәр иткән инек. Һәләк булыусылар араһында Стәрлебаш районынан 32 йәшлек Гөлнара һәм уның ике йәшлек һәм ике айлыҡ ҡыҙҙары ла бар ине.
Ҡатындың ире ауыр хәлдә Волжск ҡалаһы дауаханаһында, әле ул аңына килгән. Әммә иргә ҡатыны һәм балалары хаҡында бер нимә лә өндәшмәгәндәр. Был яңылыҡ уны “үлтерәсәк” ти дуҫтары.
Ғаилә тәбиғәт ҡосағына дуҫтары менән барған. Ағастар ауа башлаған мәлдә улар палатка эсендә ултыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлнара һәм ике йәшлек Йәсминә менән ике айлыҡ Сафия һәләк була.
“Өс фәрештә”не Башҡортостандың Стәрлебаш районына алып ҡайтып ерләйәсәктәр, кисә уларҙы Питрәч районының Көйөк ауылынан оҙаттылар. Ауылда Гөлнараның ғәзиз әсәһе һәм бер туған апайы бар. Әсәһе: “Берәү генә лә түгел, өсәү бит улар, Хоҙайым”, - тип үкһеп илай тиҙәр.
Ул тыуған яҡтарында былтыр йәй булған. Күптән түгел әсәһе күршеһенә: “Кейәү Гөлнараны 15 августа алып килә. Аҙырыҡ булып китерҙәр. Ике йәш бала менән ауыр уға, ярҙамлашыр инем, ял иттерер инем үҙен”, - тигән. Ҡайҙан белһен инде әсә ҡыҙын ғына түгел, хатта һөйөп туйып та өлгөрмәгән ейәнсәрҙәрен һуңғы юлға оҙатырын...
Меҫкен әсәгә әле бик ауыр, күршеләре янынан китмәй. “Дарыуҙар, уколдар ҙа янда. Тик улар менән енә хәлен еңеләйтеп буламы?”- ти күршеләре.
Гөлнараның ҡустыһы ла апайын оҙатышырға Сахалиндан ҡайтырға сыҡҡан. Тик ул килеп өлгөрөрмө, тип тә борсолалар. Әсәләренең янында Гөлнараның ике фәрештәләй генә ҡыҙҙарын да ерләйәсәктәр.
Барыһына ла түҙемлек һәм сабырлыҡ бирһен! Был осраҡта йыуатыр һүҙҙәр юҡ, ни тиклем оло ҡайғы икәнлеген һәр кем аңлай.
Бындай ҡазалар һәр беребеҙҙе урап үтһен, тәбиғәт ҡанундары аяуһыҙ, дауыл, ел, көслө ямғыр яуа тип хәбәр итәләр икән, уларға ла бер аҙ “ҡолаҡ һалырға” өйрәнһәк ине.
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".