Хәүефһеҙлек
2 Август 2023, 16:30

Бар уңышты боҙборсаҡ юҡҡа сығарған

Баймаҡта көслө дауыл үтһә, Учалыла - боҙборсаҡ яуған. Был тәбиғәткә ни булған?

Бар уңышты боҙборсаҡ юҡҡа сығарғанБар уңышты боҙборсаҡ юҡҡа сығарған
Бар уңышты боҙборсаҡ юҡҡа сығарған

Һуңғы көндәрҙә республика райондарында көслө дауыл, боҙборсаҡ яуыуы йыш күҙәтелә башланы. Яңыраҡ ҡына Баймаҡ районының Түбә ауылында көслө дауыл сығып, күп йорттарға зыян килтереүе хаҡында яҙған инек. Кисә социаль селтәрҙә  Учалы районының Рысай, Ҡунаҡбай ауылдарында һәм Уральск ҡасабаһында боҙборсаҡ яуыуы хаҡында хәбәр ителә. Тәбиғәт ғәрәсәте ауыл халҡына ҙур зыян килтермәһә лә, баҡсалағы уңыштың күбеһен юҡҡа сығарған. Ни тиһәң дә, яҙҙан алып сәсеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсәләрҙең уңыш биргән ваҡыты бит.

Ни булды һиңә, тәбиғәт? Ниңә һаман әҙәм балаһын һынайһың...

Фото: "Башинформ"

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас