

Ете йәшлек малай Toyota RAV4 автомобиленә ултырып, йөрөтөп ҡарарға теләп тоҡандыра һәм, машина ҡапыл ҡуҙғалыу сәбәпле, ике йәшлек ҡустыһын гараж стенаһына ҡыҫа. Был күңелһеҙ хәл бөгөн иртәнсәк Өфө янындағы Аҡбирҙе ауылында була. Был хаҡта “Вся Уфа” сығанағы хәбәр итте. Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, ағалы-ҡустылы өләсәй-олатайында ҡунаҡта булған һәм гаражда уйнаған.
Бәләкәй малай әле мәлдә дауаханала, хәле ауыр, тип билдәләнә. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.
Был ваҡиғаның аҙағы яҡшы тамамланыуын теләйбеҙ.
Фото: transport-news.ru