Хәүефһеҙлек
10 Август 2023, 16:00

Хәүеф янай...

Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә.

Хәүеф янай...Хәүеф янай...
Хәүеф янай...

11 августа Башҡортостанда хәүеф янаған метереологик күренештәр көтөлә, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Республиканың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан айырым райондарына янғын хәүефе янай. Шуға ут менән һаҡ булығыҙ, янғын сығармағыҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан урмандарындағы янғын сығарыуҙа ғәйепләнеүселәргә ике миллион һумдан ашыулыҡ штраф яҙылған.

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Нигеҙҙә, ямғыр яуыуы көтөлмәй, төндә генә көнсығыш райондарҙа һибәләүе ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан иҫә. Төндә уның тиҙлеге - секундына өс-һигеҙ, ә көндөҙ 9 – 14 метр тәшкил итә.

Төндә һауа температураһы +10,+15°, айырым райондарҙа +5°, көндөҙ +21,+26 градус булыр тип көтөлә. Юлдарға килгәндә, томан булыр тип күҙаллана.

Фото: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас