Хәүефһеҙлек
10 Август 2023, 09:00

Хоҙай үҙе аралағандыр

Автобуста 30 пассажир булған...

Хоҙай үҙе аралағандырХоҙай үҙе аралағандыр
Хоҙай үҙе аралағандыр

9 августа Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылы эргәһендә төбәк әһәмиәтендәге юлда "Вектор" автобусы юлдан ситкә сығып киткән. Бәхеткә күрә, ПАЗ автобусындағы 30 пассажир һәм бер водитель имен-һау ҡалған.

Мәғлүм булыуынса, автобус Ҡариҙел - Ҡыҙыл Шишмә маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Водитель боролошта транспортҡа идараны юғалтыу һөҙөмтәһендә авария булған. Пассажирҙар тәғәйен урынға барып етһен өсөн икенсе автобус бирелгән.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

Хоҙай үҙе аралағандыр
Хоҙай үҙе аралағандыр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас