Хәүефһеҙлек
12 Август 2023, 10:10

Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул

Шул тиклем ҡыуған... 

Был ҡатын үлемен эҙләгәндер улБыл ҡатын үлемен эҙләгәндер ул
Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул

10 августа төндә Ауырғазы районында, Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 82-се километрында көслө авария булғайны. Унда Өфө районынан 31 йәшлек ҡатын "БМВ" автомобилендә бер йүнәлештә хәрәкәт иткән "Лада Веста"ға һәм "Скания" йөк автомобиленә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә "БМВ" водителе үҙе ваҡиға урынында һәләк булған. 

"БМВ" автомобиле авария ваҡытында сәғәтенә 240 километр тиҙлектә хәрәкәт иткән булған. Ҡатын шул тиклем ҡыуған. Әлбиттә, ундай осраҡта тере ҡалыу мөмкин түгел. 

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, "БМВ" водителе 2021 йылда водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән. Әле был осраҡ буйынса тикшереү бара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған осраҡтар, шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырған водителдәр тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына 8(347) 279-32-92 телефоны буйынса хәбәр итегеҙ.

Республикала аварияларға юл ҡуймау һәм иҫкәртеү сараларын алдан күреү маҡсатында ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәре көсәйтелгән режимда эшләй. 

Фото: @bash_gibdd

Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул
Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул
Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул
Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул
Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул
Был ҡатын үлемен эҙләгәндер ул
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас