

Уҙған аҙна һуңында Башҡортостанда ҙур фажиғә булды: Хәйбулла районында юғалған 17 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылды. Әле был хәл һәм ҡыҙҙың үҙе тураһында уның туған кешеһе һөйләгән.
Асыҡланыуынса, И. исемле ҡыҙ Әбйәлил районынан булған. Ул Хәйбулла районында йәшәгән инәһенә ҡунаҡҡа барған. 17 йәшлек үҫмер кешеләргә ышаныусан, изге һәм асыҡ күңелле ине тип хәтерләйҙәр уны.
“Беҙҙең әсәйҙәр – бер туғандар. Ике аҙна элек Асҡарға барғайныҡ, И.-ны үҙебеҙгә ҡунаҡҡа алып ҡайттыҡ, каникулдарҙы бергә үткәрергә теләнек. Ял иттек, һыу индек, тышта йөрөнөк. Ул миңә хужалыҡ буйынса ярҙам итте”, – тип һөйләгән ике туған апаһы.
Ҡурҡыныс көндө И. дуҫтары һәм 16 йәшлек алыҫ туғаны Илназ (исеме үҙгәртелде) менән кис йөрөргә киткән.
“Төндә бер нисә тапҡыр уяндым, һеңлем юҡ та юҡ. Таңғы етелә уны эҙләргә киттем. Тәүҙә улар күрше ауылға дискотекаға киткәндәрҙер ҙә, машиналары боҙолғандыр тип уйланым. Илназдың өйөнә барһам, машинаһы урамда тора. Ишек шаҡығас, ул миңә асты ла, йоҡлай инем, тине. И. ҡайҙа тип һорағас, өйө янында ҡалдырып киттем дә башҡа күрмәнем, тине. Әхирәттәренә лә барҙым, береһе лә күрмәгән булып сыҡты. Кире Илназдарға барҙым, был саҡта әсәһе уны ватыҡ бампер өсөн әрләй ине”, – тигән ҡыҙ.
И.-ны полиция, ирекмәндәр, урындағы халыҡ эҙләй башлай. Уны эҙләгән 200 кеше араһында Илназ да була.
“Унан һорау алдылар ҙа ебәрҙеләр. Башҡалар менән эҙләне, үҙе: “Табылһа ғына ярар ине”, тип йөрөнө. Өйөбөҙгә инеп һыу эсте. Нимә уйларға ла белмәнек. Урманда аҙашҡандыр тип фекер йөрөттөк. Ике тәүлектән һуң ҡурҡыныс хәбәр таралды: уны үлтерелгән килеш тапҡандар. Ул төндә нимә булғандыр – бер кем белмәй. Ни өсөн олатаһынан алған машинала балта ятҡаны ла билдәһеҙ. Улар бер-береһен бәләкәй саҡтан белә, шуға И. Илназға ышанып ултырғандыр. Балта менән сабып үлтерерлек ниндәй сәбәп булғандыр, аңлашылмай. Ғәҙел хөкөмгә ышанабыҙ”, – тигән апай кеше.
Һәләк булған ҡыҙ Магнитогорскиҙа педколледжда уҡыған, уны тамамлағас Өфөгә нефть университетына барырға, сит илдә эшләргә хыялланған.
“Ул тыуған көнөн, 18 йәшен ныҡ көтә ине. Водитель таныҡлығы алырға, руль артына ултырырға хыялланды. Изге күңелле булды, балаларҙы, йәнлектәрҙе ярата, эшсән, хужалыҡлы ине. Тик кешегә лә ныҡ ышаныусан ине шул”, – ти апаһы.
И.-ны әсәһенең тыуған ауылында ерләгәндәр. Туғандары, класташтары, дуҫтары, уҡытыусылары килгән. Әле ҡыҙҙың әсәһенә ныҡ ауыр, уның бер ҡыҙы ғына ҡалған. Ә бына Илназдың ғаиләһе өндәшмәй, хатта ғәфү үтенеүсе лә булмаған. Егет тикшереү барғансы ике айға ҡулға алынған.
Фото: Башинформ.