Хәүефһеҙлек
16 Август 2023, 05:00

Әбйәлил ауылдары араһында айыу йөрөй

Ошо хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

Әбйәлил ауылдары араһында айыу йөрөйӘбйәлил ауылдары араһында айыу йөрөй
Әбйәлил ауылдары араһында айыу йөрөй

“Бөгөн Амангилде менән Үтәгән ауылы араһында көпә-көндөҙ айыу йөрөгән. Үҙен камераға төшөргәнде оҡшатмаған "тайыштабан" Ҡыҙыл йылғаһына ҡарай ҡасҡан. Урман хужаһы шәп йүгерә икән. Ауылға яҡын ерҙә, шаулап торған трасса янында йөрөгән айыуҙан һаҡ булығыҙ!” – тип хәбәр итте кисә “Осҡон” гәзите үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Һуңғы ваҡытта республиканың теге йәки был төбәгендә айыуҙар күренә, уларҙың хатта кешегә ташланған осраҡтары, мәҫәлән, Ишембай районында теркәлде. “Тайыштабан”дан һаҡ булығыҙ!

Фото – видеонан скриншот, видео, сығанаҡ: vk.com/oskon_1932

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас