

Кисә кис көнө Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе сәбәпле Благовар районының Языков ауылында йорттарҙың ҡыйығын өлөшләтә алып ташлауы тураһында хәбәр килә. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға барып еткән.
Көслө дауыл һөҙөмтәһендә бер нисә объекттың ҡыйыҡтарына ҙур зыян килә. Бигерәк тә Ленин урамында урынлашҡан Благовар үҙәк район дауаханаһы (190 квадрат метр майҙанда); Пушкин урамында (майҙаны 60 квадрат метр) урынлашҡан «Россгострах» бинаһы, Тыныслыҡ урамындағы (майҙаны 10 кв.м.) ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң ҡыйыҡтарын ҡайтанан ябырға тура киләсәк.
Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнгән һәм һәләк булыусылар юҡ. Әле ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар эшләй, зыян күләме билдәләнә.
Әгәр ҙә урамда көслө ел сығып китһә, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә тәҡдим итәбеҙ. Көслө елдән йорт диуарҙары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа түбә материалдары төшөүе ихтимал.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш министрлығы.