Хәүефһеҙлек
19 Август 2023, 05:00

Динәне үлтереүсене һаман язаға тарттырып булмай...

Элекке ире тарафынан вәхшиҙәрсә үлтерелгән ҡатындың эшенә һаман нөктә ҡуйылмаған. Мәғлүм булыуынса...

Динәне үлтереүсене һаман язаға тарттырып булмай...Динәне үлтереүсене һаман язаға тарттырып булмай...
Динәне үлтереүсене һаман язаға тарттырып булмай...

Белорет район-ара судында 31 йәшлек Динә Мәхийәнованы үлтереү тураһындағы эш буйынса сираттағы, унынсы ултырыш, кисектерелгән. Мәғлүм булыуынса, йәш ҡатын урындағы хакимиәттә белгес булып эшләгән.

Суд сайтындағы эштәр картотекаһында ултырышты шаһиттар килмәгән өсөн күсерҙеләр, тип билдәләнгән. Бәғзе белгестәр быны суд приставтарының эшмәкәрлеге менән бәйләй.  

Уларҙың шаһиттарҙы ултырышҡа мәжбүри рәүештә килтерергә хоҡуғы бар. Суд та эшен уларҙың шаһитнамәһенә таянып башлай тора ала. Унан тыш, ҡануниәт буйынса, шаһиттар талап ителгән ваҡытта судҡа килергә тейеш, юҡһа штраф һәм хатта 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу кеүек сара бар.

Динә Мәхийәнованы үлтереү тураһындағы енәйәт эше ағымдағы йылдың  апрель аҙағында судҡа тапшырылған.

Алик Мәхийәнов әхирәтенең тыуған көнөнән ҡайтып барған элекке ҡатынын уның ата-әсәһенең өйө эргәһендә ҡарауыллап торған һәм бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Енәйәткә көнләшеү сәбәпсе булған.

Был аяныслы ваҡиғаны тышҡы күҙәтеү камераһы теркәгән. Йәш ҡатын алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән. Уның алты һәм 13 йәшлек ике балаһы ҡалған.

Фото: “Комсомольская правда” порталынан.

 

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас