

Быйыл тәбиғәт көтмәгәндә үҙ һынауҙарын күрһәтеп кенә тора. Кисә Салауат һәм Бөрйән районында ғәрәсәт булыуы теркәлгән. Салауат районының Малаяҙ ауылында көслө дауыл сығып, ике ҡатлы йорттоң ҡыйығын алып ташлаһа, Белорет районының Йөйәк ауылында көслө боҙборсаҡ яуған. Тәүгеһендә ырғытылған ҡыйыҡтар араһында бер автомобиль ныҡ зыян күргән. Боҙборсаҡ ауыл халҡының баҡсаларында өлгөргән уңышты юҡҡа сығарған.
Ә бөгөн Белорет районында бер өйҙө йәшен атҡан.
Был тәбиғәткә ни булған? Аҙна һайын бер хикмәт...
Фото: "Башинформ"