

Кисә кискеһен Нуриман районындағы Павловка һыу һаҡлағысында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Моторлы резина кәмәне ярға ағыҙғанда ял базаларының береһе янында водитель 35 йәшлек ҡатынды тапатҡан.
Һөҙөмтәлә мотор винты ҡатындың тәнен төрлөсә иҙгесләгән. Уны Нуриман районы үҙәк район дауаханаһына килтергәндәр, хәле уртаса ауырлыҡта. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиға буйынса оператив-тәфтиш эше асылған.
Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ял итәһегеҙеме, юлдамы хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ!
Фото: "Башинформ"