

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында хеҙмәт шарттары һәм уны һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
2023 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, производствола алынған йәрәхәт арҡаһында үлем менән тамамланған осраҡ кимәле республикала ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 7,1 процентҡа кәмегән.
Юрий Мельников дәүләт экспертизаһы өлкәһендәге хеҙмәт шарттарын йомғаҡлау һандарына айырым туҡталды. Мәҫәлән, 2023 йылдың тәүге яртыһында төбәктә был эште 1180 ойошма тамамлаған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм тотош илдә туғыҙынсы урынды биләй.
- Хәүефте баһалау – хеҙмәтте һаҡлауҙың нигеҙе. Эш биреүсе, хеҙмәткәрҙең ҡайһы ваҡытта йәрәхәт алыу мөмкинлеген белһә, күпселек бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртә ала, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Бынан тыш, министрҙар кабинеты етәксеһе киләһе йылдан «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге иң яҡшы муниципаль берәмеге» исеменә йыл һайын республика конкурсы үткәрергә тәҡдим итте. Был муниципаль райондарҙы һәм ҡала округтарын үҙ биләмәләрендә граждандар өсөн хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуға дәртләндереү сараһы булып торасаҡ, тине ул.
Фото: pravitelstvorb.ru