Хәүефһеҙлек
23 Август 2023, 09:30

Туғандары кәүҙәһен генә сығарған

Фажиғәле хәл Фәйзулла ауылы янында теркәлгән.

Туғандары кәүҙәһен генә сығарғанТуғандары кәүҙәһен генә сығарған
Туғандары кәүҙәһен генә сығарған

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн төндә шаһиттарҙан балыҡ тотҡанда Өфө йылғаһында 1954 йылғы ир-егеттең батыуы тураһында хәбәр килгән. 

Фажиғәле осраҡ Благовещен районының Фәйзулла ауылы янында Өфө йылғаһында теркәлгән. Был урында һыу төшөү рөхсәт ителмәгән булған.

Әлеге ваҡытта туғандары балыҡсының кәүҙәһен һыуҙан сығарған һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Ваҡиға буйынса оператив-тәфтиш эштәре бара.

Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: рөхсәт ителгән урында ғына һыуға төшөгөҙ, һаҡланығыҙ!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас