Хәүефһеҙлек
25 Август 2023, 16:00

Афарин, Илдарис!

МХО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир кеше ғүмерен ҡотҡарған.

Афарин, Илдарис!Афарин, Илдарис!
Афарин, Илдарис!

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте үҙенсәлекле ваҡиға тураһында һөйләне.

Кисә Балтас районындағы ауылдарҙың береһендә янғын сыға һәм унда ике кеше һәләк була. Шул уҡ ваҡытта, бер кешене ҡотҡарып өлгөрәләр. Ҡотҡарыусы – әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ир булып сыҡҡан. Илдарисҡа ни бары 21 генә йәш. Уның атаһы яғылған мунсаһын тикшерергә тип сыға ла, күршеләрендә йорт янғанын күреп ҡала һәм ярҙамға саҡыра башлай.

Илдарис ике уйлап тормай, янған йорт янына ташлана. Ут ялмап алған йорттан кеше тауышы ишетеп ҡала һәм гараждан балта алып тәҙрәне вата. Ҡуйы төтөн араһында иҙәндә ятҡан һәм ярҙам һорап ҡулын һуҙған кешене күреп ҡала. Егет ватылған тәҙрә аша бүлмәгә ярты кәүҙәһе менән инә лә, ятҡан ирҙе ҡулынан эләктерә һәм тәҙрә аша һөйрәп сығара.

Һуңынан асыҡланыуынса, ир инвалид булған һәм тиҙ генә янған йорттан сыға алмаған. Илдарис уны уттан алып сығарғас, бер минут та үтмәй, ялҡын бар өйҙө ялмап ала. Урынға килгән табиптар инвалид иргә ярҙам күрһәтә.

Афарин, Илдарис!

Фото: "Башинформ". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас