

Кисә кис, Белорет районында юлда утын алып китеп барған йөк машинаһы янып китә. Был хәл тураһында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр.
Авария Өфө – Белорет трассаһының 145-се километрында була. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар йүнәлтелә. Улар килеп еткәс, ут менән ялмап алынған ағаслы прицепты күрә.
Янғын һүндереүселәр шунда уҡ эшкә тотона һәм утты һүндереүгә өлгәшә. Бәхеткә, бер кем дә һәләк булмаған һәм йәрәхәтләнмәгән.
– Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тип иҫкәртәләр водителдәрҙе республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.