

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә, 24 августа, Балтас районы Иҫке Янбай ауылында шәхси йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ ирекмәндәрҙең янғын һүндереү командаһы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре ебәрелгән.
Йортта 3 кеше булған: йорт хужалары һәм I төркөм инвалиды. Янып торған йорттан инвалидты күршеһе ҡотҡарған.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән ваҡытта ике кешенең: 1960 йылғы һәм 1966 йылғы ир менән ҡатындың кәүҙәләре табылған. Ваҡиға сәбәптәрен өйрәнеү һәм бындай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса артабан тикшереү маҡсатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы ваҡиға урынында эшләй, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ, ут һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй!
Фото: "Башинформ"